10 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2010 йыл, 14:54

Башҡортостанға «Росэнергоатом концерны» йәмғиәтенән делегация килде

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһына генераль директорҙары Сергей Обозов етәкселегендә «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәте делегацияһы килде. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында делегацияны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров һәм сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Роберт Ваһапов ҡаршыланы. Концерн һәм БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы вәкилдәре бөгөн үк Ағиҙел ҡалаһына юллана.

«Росэнергоатом» концерны делегацияһы составында — генераль директор урынбаҫары – корпоратив идара итеү буйынса директор Беслан Барганджия, генераль директор урынбаҫары – капиталь төҙөлөш буйынса директор Виктор  Сучков һәм юридик департаменттың баш белгесе Александр Зюзь.

Ағиҙел ҡалаһының төҙөлөш базаһы объекттары менән танышыу һәм унда индустриаль парк булдырыу,  шулай уҡ атом энергетикаһы үҫеше перспективаларын тикшереү был олпат делегацияның килеүенең төп маҡсаты булып тора.

«Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу төп ваҡиға буласаҡ. Килешеүгә БР Хөкүмәте яғынан — Юрий Пустовгаров, «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәте яғынан Сергей Обозов ҡул ҡуясаҡ.

БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инвестицион проекттар әҙерләүҙә, электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында Башҡортостандың энергетик комплексын файҙаланыу һәм үҫтереү стратегик программаларын эшләүҙә, Башҡортостан атом электр станцияһы төҙөлөшө проектын ғәмәлгә ашырыуҙа һәм Ағиҙел ҡалаһында “Башҡортостан төҙөлөш материалдары” индустриаль паркын ойоштороу барышында республиканың төньяҡ-көнбайышында сәнәғәт үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең потенциалын асыҡлау процесында яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эшләүе Килешеүҙең предметы булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө 1990 йылда, Чернобыль АЭС-ындағы трагедиянан һуң йәмғиәттә атом энергетикаһына негатив ҡараш барлыҡҡа килгәс, туҡтатыла. 20 йыл дауамында 600 гектар майҙанлы сәнәғәт базаһы булған төҙөлөп бөтмәгән станция файҙаланылмай буш тора. Уны консервациялауға «Росатом» йыл һайын ҙур суммала аҡса түгә, ә Ағиҙелдең үҙендә ҙур кимәлдәге эшһеҙлек, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешле хәл күҙәтелә.  Төҙөлөштөң туҡталыуы баштан уҡ Башҡортостан АЭС-ы өсөн төҙөлгән ҡаланың дөйөм именлегенә кире йоғонто яһай.  Хәҙер, белгестәр фекеренсә, «Башҡортостан төҙөлөш материалдары» индустриаль паркы был ҡалаға яңынан йән өрөргә һәләтле, бында бихисап эш урындары булдырыласаҡ.

Кисен Өфөлә Сергея Обозовтың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы планлаштырыла.