10 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2010 йыл, 15:40

Был арала республикала көндәрҙең йылыныуы көтөлмәй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда климат нормаһынан түбән температуралар көтөлә. Был турала «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.

— Иртәгә, шәмбелә, республиканың айырым райондарында минус икегә тиклем һалҡынайтыуы мөмкин, — тине ул. -   Ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ 7-12 градус йылы буласаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй. Йәкшәмбелә термометр бағанаһы үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Төнөн һауа температураһы бер градус йылынан түбән төшмәйәсәк.

Анна Козаева әйтеүенсә, киләһе аҙнала ла һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ.

темалар: һауа торошо