10 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2010 йыл, 14:26

Рөстәм Хәмитов Вячеслав Быков менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Рәиф Баҙыҡов | фото: Раиф Бадыков

10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Вячеслав Быков менән осрашты.

БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа республикала хоккей үҫеше, спортсылар менән эшләүҙең яңы технологияларын индереү, балалар хоккей командаларына ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ «Салауат Юлаев»тың  КХЛ-дың өсөнсө чемпионатында ҡатнашыуы тураһында һүҙ барҙы.

Рөстәм Хәмитов юлаевсыларҙың Башҡортостан Президенты Кубогындағы уйынын юғары баһаланы һәм тренерҙар составын һәм команда уйынсыларын тағы бер тапҡыр лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотланы. Вячеслав Быков, үҙ сиратында, Өфө хоккейсылары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йөҙөндә «Президент Кубогында командаға уңыш килтереп өлгөргән» тоғро көйәрмәндәрен күреүҙәрен билдәләне.

Президент Вячеслав Быковҡа һәм клуб уйынсыларына еңеүҙәр һәм спорт ҡаҙаныштары теләне һәм, «Салават Юлаев» яңы миҙгелдә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында еңер өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәк, тигән ышанысын белдерҙе.