8 декабрь, Кесе йома

10 сентябрь 2010 йыл, 14:20

Аҙ ҡатлы төҙөлөш торлаҡ баҙарына етди йоғонто яһарға һәләтле түгел

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Аҙ ҡатлы төҙөлөш торлаҡ баҙарында шау-шыу тыуҙырырға һәләтле түгел. Һәм бының бер нисә сәбәбе бар. Улар тураһында «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәренең генераль директоры Елена Андреева һөйләй.

— Әгәр Өфөнө алһаҡ, аҙ ҡалы йорттар бында башлыса йылға аръяғында төҙөлә, шуға күрә был фатирҙар халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланмай, улар менән түбән хаҡтары арҡаһында ғына ҡыҙыҡһыналар, — тип аңлатма бирә ул. — Әммә был төҙөлөш этабында ғына. Ә төҙөлөп ятҡан йорттарҙы барыһы ла һатып алырға әҙер түгел . Икенсе проблема –инфраструктураның етерлек үҫешмәүе. Ул төҙөлөш тамамланғандан һуң ғына булдырыла, төҙөлөш башында уҡ булыуы яҡшыраҡ та бит. Йәнә коммуникацияларҙы йортҡа үҙеңә һуҙырға тура килә, ә был өҫтәмә сығымдар талап итә.

Белгес әйтеүенсә, аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫешенә ҡала эсендә ерҙәр етешмәүе һәм сағыштырмаса арзан торлаҡҡа мохтажлыҡ булышлыҡ итә.  

— Ташламалы программаларҙың барыһы ла граждандарҙың айырым категорияларына ғына иҫәпләнгән. Ә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнөң әлегә баҙарға  йоғонтоһо артыҡ һиҙелмәй, — тип дауам итә Андреева. — Әлеге ваҡытта ул беренсел баҙарҙа ғына ҡатнаша. Бындай торлаҡты һатып алыр өсөн кешенең ниндәйҙер йәшәрлек урыны булырға һәм ул яңы йорттоң сафҡа индерелеү ваҡытын аныҡ белергә тейеш.  Әле иһә беҙ был объекттарҙы арзан хаҡлы төҙөлөш барған торлаҡтың билдәле бер сегменты итеп кенә ҡарайбыҙ. Күптәр иһә бөгөн йәшәү өсөн әҙер йорттар һәм фатирҙарға мохтаж.