8 декабрь, Кесе йома

10 сентябрь 2010 йыл, 13:05

Башҡортостандың балалар ялын ойоштороу өлкәһендәге тәжрибәһе Анапала бөтә Рәсәй форумында күрһәтеләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Балалар һәм үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыу һәм уларҙың ялын ойоштороу өлкәһендәге Башҡортостан тәжрибәһе Анапала асылған «Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!» бөтә Рәсәй форумында күрһәтеләсәк. Кәңәшмәлә илдең 33 субъектынан 200 самаһы белгес ҡатнаша. Улар иҫәбендә төбәктәрҙең һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороу буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, координаторҙар, ҡаланан ситтәге һауыҡтырыу лагерҙары директорҙары, педагогтар, ғалимдар бар.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, форум программаһы менән пленар ултырыш, делегацияларҙың мастер-кластарын, автор майҙансыҡтарын, «Балалар ялы өлкәһен норматив-хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү» темаһына һәм башҡа төрлө проблемалы түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған.

Бынан тыш, кәңәшмә сиктәрендә «Балалар һәм йәштәр ялын тәьмин итеү фәне һәм практикаһы» программалар һәм ғилми-методик эшләнмәләр конкурсы, учреждениелар етәкселәренә иҡтисади белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, төбәктә балалар ялын ойоштороу һәм тәьмин итеү буйынса автономлы учреждениелар эше системаһын баһалау үткәреләсәк.

Форум 20 сентябргә тиклем эшләй.