9 декабрь, Йома

10 сентябрь 2010 йыл, 11:14

Милек һалымдарын түләү ваҡыты бер датаға билдәләнде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2010 йылдың 27 июлендә үҙ көсөнә ингән 229-ФЗ һанлы федераль закон милек һалымдарын түләү ваҡытына үҙгәрештәр индерҙе.

Элек транспорт, ер һалымын һәм физик шәхестәрҙең күсемһеҙ милкенә һалымды түләү ваҡыты төрлөсә билдәләнгән ине. Мәҫәлән, транспорт һалымын һалым осоро үткәндән һуң киләһе йылдың 31 ғинуарына тиклем түләргә кәрәк булһа, ер һалымы һәм милеккә һалым ике тапҡыр ике төрлө ваҡытта түләнде: ер һалымы –15 сентябргә һәм 1 февралгә тиклем, шәхси милеккә һалым –  15 сентябрь менән 15 ноябргә тиклем.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түләү ваҡыттарының төрлөлөгө арҡаһында һалым түләүселәр ҡайһы ваҡыт береһен түләп, башҡалары тураһында бөтөнләй онота торғайнылар. Хәйер, банкҡа бер нисә тапҡыр барып, оҙон сират көтөүҙәре лә граждандар өсөн еңелдәрҙән түгел ине.

Һалым түләүселәргә уңайлы булһын өсөн үрҙә билдәләнгән федераль закон менән милек һалымдарын түләү ваҡыты итеп бер дата, 1 ноябрь, билдәләнгән. Хәҙер һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары бер конвертта килеүҙән тыш, уларҙы бер бер үк ваҡытта бер тапҡыр түләргә мөмкин.  

Бынан тыш, граждандарҙың конституцион бурысын билдәләнгән ваҡыттан алда үтәү мөмкинлеге лә ҡаралған: Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 45-се статьяһына ярашлы, һалым түләүсенең һалымды ваҡытынан алда түләргә хоҡуғы бар.

темалар: һалым