9 декабрь, Йома

09 сентябрь 2010 йыл, 7:40

Ураҙа байрамы менән!

автор: "Башинформ"

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!

Һеҙҙе бөтә мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!

Был байрамда исламдың күп быуатлыҡ йолалары, уның юғары әхлаҡи идеалдары сағыла. Ураҙа байрамы изге айҙың төп ҡанундарын – рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡ һөйөү һәм миһырбанлыҡты, изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Бындай ҡиммәттәр бөтә дин кешеләренә лә берҙәй яҡын һәм аңлайышлы, тыныслыҡ һәм татыулыҡтың нигеҙе булып хеҙмәт итә.

Был көндәрҙә кешеләр йолаға ингән аш-һыу әҙерләй, байрамса кейенә, туғандарын һәм яҡындарын саҡыра, бүләктәр бирә, ярҙам күрһәтә. Йәштәрҙең дә изге эштәрҙә әүҙем ҡатнашыуы, көндәлек тормошта уларҙы үтәүе мөһим.

Ураҙа байрамы барыбыҙға ла йән тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс алып килһен, яңы көс-дәрт һәм ижади хеҙмәт өсөн илһам бирһен.

Һәр йортҡа йылылыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар, татыулыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек инеүен теләйем!

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов".