3 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2010 йыл, 9:01

Өфөлә Европа кимәлендәге асфальт ҡулланыла башланы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында асфальт япмаһының яңы технологияһы ҡулланылған. Башҡортостандың баш ҡалаһында заманса юл япмаһын Октябрь проспектында «Дәүләт циркы» менән «Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернат» туҡталыштары араһында, шулай уҡ Дуҫлыҡ монументы янында һынап ҡарарға мөмкин.      

Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был технология Европаның иң ҙур ҡалаларында, атап әйткәндә, Лондон һәм Парижда, файҙаланыла.

Бындай юлдар төҙөлөшө өсөн ҡулайлама Өфөлә былтыр һатып алынған. Был асфальт айырым ныҡлыҡ менән айырылып тора, һыуға бирешеп бармай һәм оҙаҡҡа етә. Шул уҡ ваҡытта ул күпкә ҡиммәтерәк, әммә һөҙөмтәһе тотонолған аҡсаларҙы аҡлай.