Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Учалы районы хакимиәте башлығы итеп Азамат Иҙрисов тәғәйенләнде

Сәйәсәт

2010 йылдың 8 сентябрендә Учалы районы муниципаль район Советының ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.  

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Учалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иҙрисов Азамат Риза улы тәғәйенләнде.

* * *

Азамат Иҙрисов 1970 йылда Учалы районының Өргөн ауылында тыуған. Өфөләге ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Учалы районының “Баш-урал” ауыл хужалығы производство кооперативы фермаһында зоотехник булып башлай, артабан ферма мөдире була. 1998 — 2001 йылдарҙа «Баш-урал» ауыл хужалығы производство кооперативы, «Совет» ауыл хужалығы производство кооперативы рәйесе булып эшләй. 2001–2003 йылдарҙа — Ауыл хужалығы идаралығында баш белгес, ауыл хужалығы продукцияһы һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар сифаты буйынса баш дәүләт инспекторы. 2003 -2004 йылдарҙа — «Башкомбикорм» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының «Учалы» дәүләт унитар бүлендек предприятиеһы директоры, 2004 — 2005 йылдарҙа ҡатнаш аҙыҡтарҙы һатыу буйынса менеджер булып эшләй. 2005 йылдан алып әлегә тиклем Учалы районының «Байрамғол агрофирмаһы» директоры вазифаһын башҡара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть