5 декабрь, Дүшәмбе

08 сентябрь 2010 йыл, 16:26

Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп Борис Беляев тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 8 сентябрендә Күмертау ҡалаһы ҡала округы Советының ултырышы үтте, унда ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.  

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Беляев Борис Владимирович тәғәйенләнде.

* * *

Борис Беляев 1976 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. 1999 -2004 йылдарҙа юрист, артабан юридик бүлек начальнигы, «Көйөргәҙе» Ермолаев спирт-араҡы комбинаты директорының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2004–2009 йылдарҙа «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының Күмертау почтамты почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы. 2009 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы булып эшләгән.