Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә студент спорты үҫеше перспективалары һәм проблемалары тикшереләсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда 13 сентябрҙә студенттар спорты үҫеше перспективаларын һәм проблемаларын БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, "Буревестник" физкультура-спорт клубы етәкселәре, физкультура факультеттары декандары, физик тәрбиә биреү кафедралары мөдирҙәре һәм республиканың юғары уҡыу йорттарындағы спорт клубтары рәйестәре тикшерәсәк.

Кәңәшмә БР юғары уҡыу йорттарының юбилейлы XX Универсиадаһы алдынан йәштәр ведомствоһының конференц-залында үтә.

Сара сиктәрендә студенттар баскетболының үҫеш перспективалары буйынса ла фекер алышыу көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010-2011 уҡыу йылында Башҡортостанда Рәсәй Студент баскетболы ассоциацияһы чемпионатының этаптары үтергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть