11 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2010 йыл, 15:20

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек продукттарының социаль сорттары исемлеге төҙөләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Яҡын арала Башҡортостанда аҙыҡ-түлек продукттарының социаль сорттары исемлеге билдәле буласаҡ.  Был турала БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө кәңәшмәлә  БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитов белдерҙе.

— Тауарҙар ассортиментын, уларҙы етештереү күләмен һәм социаль сорттарға өҫтәмә хаҡтарҙы билдәләргә кәрәк, — тине вице-премьер. – Шулай уҡ аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтарҙың мониторингын көйләү зарур. Беҙ хаҡ билдәләү баҙарындағы позицияларыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән ҡабул ителгән иген экспортын ваҡытлыса тыйыу, ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә бюджет кредиттары биреү кеүек саралар хаҡтар үҫешен туҡтатты, хатта август уртаһында үтә ныҡ күтәрелгән хаҡтарҙың кәмей башлауына булышлыҡ итте.

Кәңәшмәлә,  шулай уҡ, балансланған иҡтисади сәйәсәт алып барыу маҡсатында, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең, эшкәртеү предприятиеларының һәм сауҙа ойошмаларының тармаҡ берекмәләре араһында хеҙмәттәшлектең дөйөм принциптары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.  

Шамил Вахитов әйтеүенсә, хаҡтар бөгөн һаман да юғары кимәлдә ҡала, ә был тармаҡ-ара килешеү баҙарҙа спекуляцияны бөтөрөргә ярҙам итәсәк.  Ул республиканың бындай хеҙмәттәшлек буйынса ыңғай тәжрибәһе булыуын телгә алды. 2007 йылда сауҙа селтәрҙәре менән социаль әһәмиәттәге аҙыҡ-түлек тауарҙарының айырым төрҙәренә тәҡдим ителгәндән артыҡ хаҡ өҫтәмәү тураһында килешеү төҙөлә. Ул ваҡытта эшкәртеүселәр поставкалау хаҡын билдәләп бара һәм һатыуға оҙатыласаҡ тауар күләмен кәметмәҫкә йөкләмә ала.

Бындай килешеү төҙөүҙең инициаторҙары булып БР Һөт союзы, БР Ит союзы,  БР Икмәк бешереүселәр союзы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы һәм Сауҙа баҙарҙары союзы вәкилдәре сығыш яһаны. Кәңәшмәлә йәнә  БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре ҡатнашты.