Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Китап» нәшриәте башланғыс кластар өсөн яҙылған дәреслектәр авторҙары менән «Автограф көнө» үткәрә

Йәмғиәт

10 сентябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең «Башҡорт китабы йорто» магазинында (Октябрь проспекты, 2) «Автограф көнө» үткәрелә.

Теләге булғандар  республика дөйөм белем биреү мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн әҙерләнгән дәреслек авторҙары менән яҡындан аралаша аласаҡ. Осрашыуға башҡорт телендәге «Әлифба» һәм рус телендәге «Букварь» китаптарының авторы Фәниә Сынбулатова, милли мәктәптәрҙең беренсе класы өсөн «Литературное чтение» дәреслеге авторы Татьяна Харисова, милли мәктәптәрҙең башланғыс кластары өсөн «Русский язык» дәреслеге авторы Лира Әминеваның килеүе көтөлә.

Сара сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть