10 декабрь, Шәмбе

08 сентябрь 2010 йыл, 12:01

Өфөгә Рәсәй Иҫәп палатаһы етәксеһе килде

В альбоме нет фотографий.

автор: Сергей Захаров

Әле генә Өфөгә эш визиты менән Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин килде.

Баш ҡала аэропортында уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, надзор ведомствоһы башлығы властың республика органдары етәкселәре һәм властың федераль органдарының территориаль структуралары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрәсәк, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе эше менән танышасаҡ һәм Ауырғазы менән Ғафури райондарында бер нисә ауыл хужалығы предприятиеларын ҡараясаҡ.

темалар: визиттар