Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе магазиндарында Башҡортостанда етештерелгән «хәләл» продукция һатыласаҡ

Иҡтисад

Силәбе магазиндарында яҡын арала күркә итенән Башҡортостанда етештерелгән ярымфабрикаттар, тултырмалар һәм деликатестарҙың һатыуға сығарылыуы ихтимал.

«Индюшкин» сауҙа маркаһының диетик продукцияһын Силәбе өлкәһенә айына 600 тонна күркә ите етештергән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы ташырға әҙер.

Ҡошсолоҡ комплексының бөтә продукцияһы ла айырым рецептура буйынса «Хәләл» стандартына ярашлы әҙерләнә.

Силәбе өлкәһе Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ике күрше төбәктең ит етештереүселәре әлеге ваҡытта аҙыҡ-түлек тауарҙарының ассортиментын киңәйтеүгә һәм иң талапсан һатып алыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу менән шөғөлләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть