10 декабрь, Шәмбе

08 сентябрь 2010 йыл, 11:00

Өфө йәштәренә эшкә урынлашыуға йәнә бер мөмкинлек асылды

автор: Эльмира Сабирова

Өфө йәштәре хәҙер эште интернет ярҙамында эҙләй ала. Эшкә урынлашыу буйынса яңы сайт  www.hezmet.ru адресы буйынса эшләй башланы.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Йәштәр өсөн Өфөлә эш» порталы 16 — 35 йәштәгеләр категорияһына иҫәпләнгән. Эш эҙләгән йәштәр өсөн был ресурс республикала уникаль эш эҙләү инструменты булып тора.

Көн һайын модераторҙар, баш ҡаланың эш биреүсе компаниялары һәм кадрҙар агентлыҡтары сайтта тиҫтәләгән яңы вакансиялар тураһында мәғлүмәт урынлаштыра. Ә төрлө һөнәрҙәге йәш белгестәр үҙҙәренең резюмеһын теркәй.

Сайтты ойоштороусылар әйтеүенсә, айырым критерийҙар буйынса вакансиялар һәм параметрҙар буйынса резюмелар эҙләү тиҙ һәм аныҡ һөҙөмтә бирәсәк.

Бынан тыш, был портал — эш эҙләүселәр өсөн әүҙем аралашыу майҙансығы ла. Форумда «Эш биреүселәрҙең ҡара һәм аҡ исемлектәре», «Эш эҙләү», «Эш тураһында», «Эш хаҡы» кеүек һәм башҡа төрлө темалар табырға була.

Сайттың махсус бүлегендә ҡалала үткәрелеүсе эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән йәштәр акциялары хаҡында оператив яңылыҡтарҙы ла ҡарап барырға мөмкин.  

темалар: йәштәр