4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2010 йыл, 10:32

Картуфҡа Өфөлә һаман хаҡ арта

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө магазиндарында һәм баҙарҙарында картуф һаман ҡыйбатлана. Бер аҙнала был күптәр өсөн көндәлек һаналған туҡланыу продуктына хаҡтар яҡынса биш процентҡа күтәрелгән. Был турала кисә Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Элегерәк Өфө мэры бер нисә тапҡыр, картуфҡа хаҡтар күтәрелеүендә, республикала картуф уңышы үтә түбән, тигән мәғлүмәт таратыусы компетентһыҙ журналистар ғәйепле, тигән фекерен белдергәйне.  Был продукцияны ташыусылар иһә бындай мәғлүмәтте һәм уның арҡаһында халыҡ араһында тыуған ажиотажды үҙҙәрен байытыу маҡсатында файҙалана.

Ысынбарлыҡта, Павел Качкаев әйтеүенсә, хәүефләнергә урын юҡ. Насар һауа шарттары арҡаһында Башҡортостанда картуф уңышының башҡа йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ булыуы көтөлһә лә, күрше төбәктәрҙә уңыш юғары. Өфө картуф менән бер ваҡытта ла эске поставкалауҙар иҫәбенә тәьмин ителмәне. Был продукцияның яҡынса 50 проценты һәр ваҡыт башҡа төбәктәрҙән ҡайтарылды. Быйыл күршеләрҙән 50 процент урынына 70 процент картуф һатып алғандан бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк. Йәшелсә йәрминкәләре осоронда башҡа өлкәләр һәм республикаларҙан килтерелгән картуфҡа хаҡтар түбән буласаҡ.

Картуфтан башҡа, Павел Качкаев һүҙҙәренсә, һуңғы аҙнала Өфөлә йәнә бер нисә аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар күтәрелгән. Мәҫәлән, һөт уртаса — 2,6 процентҡа, тары ярмаһы һәм кәбеҫтә  ике процентҡа ҡыйбатланған.