5 декабрь, Дүшәмбе

08 сентябрь 2010 йыл, 9:59

Өфөнөң торлаҡ фонды ҡышҡылыҡҡа әҙер

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң торлаҡ фонды яңы йылытыу миҙгеленә тулыһынса тиерлек әҙер.  Был турала кисә оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, республиканың баш ҡалаһында иҫәпләнгән алты меңдән ашыу йорттоң ни бары икәүһе генә һалҡындар етеүгә әҙер түгел. Улар буйынса эш алып барыла.

Ҡаланың күпселек райондары, Калинин һәм Ленин райондарын иҫәпкә алмағанда, яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспорттарын алған.