Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов эре сәнәғәт-финанс компаниялар етәкселәре менән осрашты

Сәйәсәт

Шишәмбе, 7 сентябрҙә, Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы президенты Леонид Меламед һәм  «Урал тау-металлургия компанияһы-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Козицын менән эш осрашыуҙары үткәрҙе. Осрашыуҙарҙа сәнәғәт һәм финанс компанияларының Башҡортостан менән артабанғы хеҙмәттәшлеге, республика иҡтисадында һәм социаль өлкәһендә яңы инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.  

Атап әйткәндә, Леонид Меламед менән осрашыуҙа «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының Өфөлә заманса юғары технологиялы медицина үҙәген булдырыу буйынса проекттары ҡаралды. Күҙалланыуынса, был үҙәк өр-яңы диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған иң ҙур медицина учреждениеларының береһе буласаҡ. Проектҡа инвестициялар 600 миллион һум тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ финанс корпорацияһының республика хәүефһеҙлеге өсөн мәғлүмәт тәьминәтенең комплекслы системаһын индереү, технопарк төҙөлөшө һәм бер нисә инновацион социаль технологиялар үҫеше проекттары тураһында һүҙ барҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть