3 декабрь, Шәмбе

08 сентябрь 2010 йыл, 9:10

Башҡортостанға Сергей Степашин килә

автор: "Башинформ"

8 — 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһына эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин килә.

Республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сергей Степашин Өфөлә властың республика органдары етәкселәре һәм властың федераль органдарының территориаль структуралары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрәсәк, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе эше менән яҡындан танышасаҡ. Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Ауырғазы һәм Ғафури райондарында бер нисә ауыл хужалығы предприятиеларын да ҡарарға иҫәп тота.  

темалар: визиттар