6 декабрь, Шишәмбе

07 сентябрь 2010 йыл, 17:09

Марсель Ҡотоев «Көнсығыш баҙар»ҙа уңыш ҡаҙанды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Билдәле башҡарыусы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев эстрада йырсыларының  VI «Көнсығыш баҙары – 2010» халыҡ-ара телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Йырсы финалға үтте һәм гала-концертта сығыш яһау өсөн һайлап алынды.

Быйыл фестиваль Ҡара диңгеҙ буйында Ҡырымда үтте. Унда Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Грузия, Израиль, Индонезия, Ирландия, Латвия, Литва һәм башҡа илдәрҙең вәкилдәре ҡатнашты.

Йола буйынса ярыш ике турҙа үтте. Беренсе көндә эстрада эшкәртелеүендә — фольклор йырын, икенсеһендә теләк буйынса бер эстрада йырын башҡарырға кәрәк ине. Марсель Ҡотоев яҡшы сығыш яһап, финалсылар иҫәбенә инде.  

Йомғаҡлау концертында жюри Гран-приға лайыҡлы кешене һайлай алманы, һөҙөмтәлә призлы урындар киләһе тәртиптә бүленде.  Беренсе урынды «Бельбек» (Ҡырым, «Урал моно – 2010» конкурсында Гран-при алды) һәм «Кеш You» (Ҡаҙағстан) төркөмдәре яуланы, икенсе урынды Үзбәкстан һәм Украина вәкилдәре бүлеште, Израиль һәм Грузия башҡарыусылары өсөнсө урын алды.

Марсель Ҡотоев абруйлы конкурстың финалсы дипломы менән наградланды.

темалар: конкурстар