Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Беренсе ярты йыллыҡта Өфө бюджеты сығымдары һигеҙ миллиардтан ашыу сумманы тәшкил иткән

Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһы бюджетының сығымдары, федераль программалар средстволарын да иҫәпкә алып, беренсе ярты йыллыҡта 8756 миллион һум тәшкил иткән. Был турала бөгөн ҡала хакимиәтендәге матбуғат конференцияһында БР Финанстар министрлығының Өфө буйынса территориаль финанс идаралығы начальнигы Илгиз Насретдинов һөйләне.

— Шуларҙан мәғарифҡа сығымдар – 3,2 млрд. һум, һаулыҡ һаҡлауға – 1,5 млрд. һум, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 2,2 млрд. һум тәшкил итте, — тине ул. – Йәнә 291 миллион һум авария-ҡотҡарыу һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәтенә йүнәлтелгән, 167 миллион – мәҙәниәткә, 258 миллион – аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙамға тотонолған. Быларҙан тыш, иҡтисадты үҫтереүгә, шул иҫәптән ҡала электротранспорты эшен тәьмин итеүгә, 475 миллион һум бүленгән.

Бирелгән вәкәләттәрҙе, маҡсатлы федераль һәм республика программаларын башҡарыуға ҡаҙна-ара трансферттарҙы иҫәпкә алып, ағымдағы йылдың һигеҙ айындағы Өфө бюджетына керемдәрҙең дөйөм суммаһы яҡынса 8,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был йыллыҡ пландың 68 проценты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть