10 декабрь, Шәмбе

07 сентябрь 2010 йыл, 15:05

«Китап» нәшриәтендә Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән китабы сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле шағир һәм драматург Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән китабы сыҡты.

Яҙыусының яңы йыйынтығына төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре ингән. Ул тематик принцип буйынса төҙөлгән.  Уҡыусы бында шиғырҙар һәм поэмаларҙы ла, драма әҫәрҙәрен дә табасаҡ. Пьесаларҙың береһе — «Ҡыр ҡаҙҙары» — китапҡа исем биргән.

Рафаэль Сафин – ижады XX быуат уртаһында яралған шағир. Уның менән бергә Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Абдулхаҡ Игебаев кеүек күренекле шағирҙар әҙәбиәттә үҙ юлын башлаған.

Китап башҡорт телендә нәшер ителгән. Тиражы — 2000 экземпляр.

темалар: нәшриәт