5 декабрь, Дүшәмбе

07 сентябрь 2010 йыл, 14:32

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу- 2010 ҡыҙыу линия асты

автор: Любовь Колоколова

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың ҡыҙыу линияһы асылды. Хәҙер Рәсәйҙең һәр кешеһе 2010 йылдағы йәниҫәпкә бәйле бөтә һорауҙарына яуаптарҙы бушлай квалификациялы белгестәрҙән ала аласаҡ.

Ҡыҙыу линияның һандарын хәтерҙә ҡалдырыуы ауыр түгел: 8-800-200-14-25. Һуңғы дүрт һан халыҡ иҫәбен алыу көндәрен күрһәтә — 14 — 25 октябрь.

Квалификациялы операторҙар абоненттарға халыҡ иҫәбен алыу нисек үтә, иҫәп алыу ҡағыҙҙарында ниндәй һорауҙар буласаҡ, халыҡ иҫәбен алыусы кешелә ниндәй документтар булырға тейеш, әгәр кеше йәшәгән еренән алыҫҡа киткәндә йәниҫәптә нисек ҡатнаша ала һәм башҡа төрлө һорауҙарға бәйле мәғлүмәт бирәсәк. Әгәр оператор ниндәйҙер һорауға тулы яуап бирә алмаһа, ул абонентты мотлаҡ граждан йәшәгән урын-ерҙәге дәүләт статистикаһы органдары вәкилдәре менән тоташтырасаҡ.  Ә граждандарҙың йәниҫәпкә ҡарашын белер өсөн операторҙар абоненттарҙан халыҡ иҫәбендә ҡатнашырға йыйыныу-йыйынмауҙарын белешәсәк.  

Йәниҫәптең ҡыҙыу линияһына, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, 8-21 сәғәттәрҙә көн һайын шылтыратырға мөмкин. Киске һәм төнгө ваҡытта, шулай уҡ ял көндәрендә автомат яуап биреүсе эшләй. Ҡыҙыу линия ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр итә 2010 йылғы йәниҫәптең федераль матбуғат үҙәге.