11 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2010 йыл, 10:12

Башҡортостанға «Росэнергоатом концерны» йәмғиәтенән делегация килә

автор: Любовь Колоколова

10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһына генераль директорҙары Сергей Обозов етәкселегендә «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән делегация килә. БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  индустриаль парк булдырыу ниәтендә Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөш базаһы объекттары менән танышыу, шулай уҡ атом энергетикаһы үҫеше перспективаларын тикшереү  визиттың төп маҡсаты иҫәпләнә.

Килгән көндә үк Ағиҙелдә «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Инвестиция проекттарын әҙерләү,  электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Башҡортостандың энергетика комплексын файҙаланыу һәм үҫтереүҙең стратегик программаларын эшләү, Ағиҙел ҡалаһында “Башҡортостан төҙөлөш материалдары” индустриаль паркын булдырыу һәм Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө проектын ғәмәлгә ашырыуҙа республиканың төньяҡ-көнсығышында сәнәғәтте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең потенциалын асыҡлау барышында яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эшләүе Килешеүҙең төп Предметы булып тора.