8 декабрь, Кесе йома

07 сентябрь 2010 йыл, 17:37

8 сентябрҙә – изге Рамаҙан айы тамамланыуға арналған матбуғат конференцияһы

автор: Евгений Рәхимҡолов

8 сентябрҙә «Башинформ» агентлығында изге Рамаҙан айы тамамланыуға арналған матбуғат конференцияһы үтәсәк. БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, уның беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дини эштәр буйынса Совет рәйесе Вячеслав Пятков, БР Милли банкы һәм «АФ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре журналистар менән осрашасаҡ.

Матбуғат конференцияһы барышында мосолмандар ураҙаһының йомғаҡтары һәм  мосолмандарға банк картаһы сығарыу мәсьәләһе тикшереләсәк.

темалар: Рамаҙан айы