10 декабрь, Шәмбе

06 сентябрь 2010 йыл, 16:29

Күсемһеҙ милеккә хаҡтар кимәле буйынса Өфө Рәсәйҙең 35 ҡалаһы араһында 13-сө урында

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Рәсәйҙә илдәге иң эре ҡалаларҙа күсемһеҙ милеккә хаҡтар кимәле иҫәпкә алынған.

Квадрат метрҙың уртаса хаҡы 42500 һум тәшкил иткән Өфө 500 меңдән алып унан күберәк кеше йәшәгән Рәсәйҙең 35 ҡалалары исемлегендә 13-сө урында тора.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы селтәре аналитиктары хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың һигеҙ айында Башҡортостандың баш ҡалаһында торлаҡҡа хаҡтар туғыҙ проценҡа күтәрелгән.

Хаҡтарҙың ныҡ күтәрелеүе түбәндәге ҡалаларҙа теркәлгән: Хабаровскиҙа – 19,8%, Владивостокта – 18,9%, Мәскәүҙә– 18,3%. Ә бына Кемеровола хаҡтар —19,6 процентҡа, Рязандә — 15,9 процентҡа, Новокузнецкиҙа 14,3 процентҡа кәмегән.