Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һигеҙ көндә ике урман янғыны теркәлде

Йәмғиәт

Һуңғы һигеҙ көндә Башҡортостанда ҙур булмаған ике урман янғыны булып үтте. Шуларҙың береһе — Ғафури урман хужалығындағыһы — тиҙ арала һүндерелде. Янғын майҙаны 1,5 гектар тәшкил итте. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары  Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, бөгөнгө көндә төбәктә урман янғындары күҙәтелмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республика биләмәһендә 543 ерҙә урман янды. Ут ялмаған майҙан 11 мең гектарға етте.

— Алда көҙгө янғындар булыуы ихтимал, — ти Ғәйнуллин. – Республиканың төньяҡ-көнсығышында ауыл хужалығы ихтыяжында баҫыуҙарҙы үртәү башланды. Әле беҙ ут урман фондына күсеп ҡуймаһын өсөн айырыуса иғтибарлы булырға тырышабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть