6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2010 йыл, 12:43

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек өсөн ӨМЭПБ иҫтәлекле миҙал менән билдәләнде

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте иҫтәлекле «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү» миҙалы менән билдәләнгән.

Юғары награда бирелеүен раҫлаусы «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитетының дипломына Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Миҙал ветерандар менән әүҙем эш алып барған, граждандарға патриотик тәрбиә биреүҙә ҡатнашҡан һәм Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын үткәреүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелә, тип хәбәр итә «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығы.