7 декабрь, Шаршамбы

04 сентябрь 2010 йыл, 16:19

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Президенты республика нефтселәрен һәм газсыларын уларҙың бөгөн билдәләнгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

"Ҡәҙерле дуҫтар!

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – республикабыҙ өсөн үҙенсәлекле байрам.

Тармаҡтың йөҙәр мең белгесе нефть сығарыуҙа һәм нефть эшкәртеүҙә, нефтехимия объекттары төҙөлөшөндә намыҫлы эшләй, нефть-газ сәнәғәте комплексы өсөн кәрәкле ҡорамалдар уйлап таба һәм етештерә.

Яғыулыҡ-энергетика комплексы – иҡтисадыбыҙҙың нигеҙе. Ул ауыр йылдарҙа Башҡортостан халҡының һәм бар илдең тырышлығы менән булдырылған. Беҙ ветерандарыбыҙҙың хеҙмәт батырлығына тейешле ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.  

Әле техника, технология бөтөнләй икенсе, әммә эш үҙе бер ҙә еңелләшмәне. Сығарылған нефттең һәр тоннаһы – ауыр фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Тармаҡтың әлеге быуынының ветерандарҙан ҡалышмауын беҙ ғорурланып күҙәтәбеҙ.  Юғары оҫталыҡ, яуаплылыҡ – Башҡортостан предприятиеларында, бөтә ил буйынса һәм унан ситтә эшләгән яҡташтарыбыҙҙы бына ниндәй сифаттар билдәләй.

Был көндә нефть-газ комплексының бөтә хеҙмәтсәндәренә рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт иткем, эштәрендә уңыштар теләгем килә. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек һәм бәхет!

Байрам менән!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. Хәмитов".