10 декабрь, Шәмбе

06 сентябрь 2010 йыл, 11:45

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,2 процентҡа күтәрелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бер аҙнала Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар 0,2 процентҡа күтәрелгән. Бөтә төрҙәге фатирҙар өсөн тәҡдим ителгән уртаса хаҡ квадрат метрына 42,5 мең һум тәшкил итә.

Иң аҙ күтәрелгән хаҡтар күп бүлмәле фатирҙар сегментында күҙәтелә – 0,1 %, ә иң ныҡ артҡан хаҡтар – ике бүлмәлеләрҙә, унда квадрат метрҙың хаҡы 0,3  процентҡа күтәрелгән. Ә бер бүлмәле һәм өс бүлмәле фатирҙарға хаҡтар 0,2 процентҡа артҡан.    

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы селтәре хәбәр итеүенсә, йыл башынан Өфөлә торлаҡ майҙандың квадрат метрына хаҡтар 6,1 процентҡа артҡан.    

Бөгөн Карл Макс урамында ҡалалағы иң арзан өс бүлмәле фатирҙы 1150 мең һумға алып була. Уның майҙаны — 45 кв.м. Иң ҡиммәт «элиталы» фатирҙы (Киров урамы) 18,5 миллион һумға һатып алырға мөмкин. Ул биш бүлмәнән тора, майҙаны 225 кв.м.

Новоженов урамындағы 17 квадрат метрлыҡ иң арзан бүлмә 400 мең һумға тәҡдим ителә, ә иң ҡиммәтлеһе – Сочи урамындағы (майҙаны -  23 кв.м.) 1100 мең һумлыҡ бүлмә.