6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2010 йыл, 11:15

Төнөн Башҡортостанда ҡырау төшөүе ихтимал

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Был аҙнала Башҡортостанда көндәрҙең һыуытыуы көтөлә. «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаеваның хәбәр итеүенсә, төндә республикала ҡырау төшөүе ихтимал.  

— Төнгөһөн төньяҡ райондарҙа температура минус биш градусҡа тиклем түбәнәйеүе мөмкин, — тине ул. – Өфөлә – минус икегә тиклем.

Көндөҙ һауа температураһы 9-14 градус йылы буласаҡ. Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтәсәк.