10 декабрь, Шәмбе

06 сентябрь 2010 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов: Туризм киң таралыу алырға тейеш

автор: Евгений Рәхимҡолов

Экотуризм Башҡортостанда киң таралыу алырға тейеш. Республика Президенты Рөстөм Хәмитов Благовар районының Ҡамышлы ауылында ошо уҡ исемдәге экоагротуристик комплексын ойоштороуҙа ҡатнашыусы “Квадро А” фермер хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә сәфәре барышында ошондай фекерен әйтте.

Проект авторҙары үҙҙәре алдына ике төп бурыс ҡуйған. Беренсенән, төрлө категориялағы ҡунаҡтарға, шул иҫәптән сит ил граждандарына ла ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Бының өсөн ағас йорттар, мунсалар һалына. Күҙалланыуынса, туристар өсөн торлаҡ биналар бер юлы 50-60 кеше һыйҙырышлы буласаҡ.

Икенсенән, предприятие ял итеүселәрҙе үҙе етештергән ит ризыҡтары менән тәьмин итәсәк, шулай уҡ уларға аттар ҙа тәҡдим ителәсәк. Әле бында 25 ат аҫрала, киләсәктә 30 ат тотоу планлаштырыла, туризм өсөн дә аттар килтереләсәк.

Быуа төҙөлөшө, ҡуяндар, фазандар, башҡа төрлө ҡош-ҡорт тотоу, һунарсылыҡ хужалығын булдырыу ҙа планға индерелгән. Фазандарға һунар итеүҙе киләһе йылда уҡ башларға ниәтләйҙәр. Ул урындағы тәбиғәт ресурстарын һаҡларға, һунар яратыусылар иғтибарын төлкө һәм ҡабандарҙан башҡа төрлө ҡош-ҡорт һәм йәнлеккә йүнәлтергә мөмкинлек бирәсәк.

Хужалыҡтың үҙенең мал аҙығы базаһы бар һәм ашлыҡ менән ул үҙен тулыһынса тәьмин итә.