3 декабрь, Шәмбе

06 сентябрь 2010 йыл, 9:34

Өфөлә Castorama гипермаркеты асылды

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Castorama йорт һәм ремонт өсөн тауарҙар гипермаркеты асылды.  Яңы сауҙа комплексын асыу тантанаһы йома көндө үтте. Унда ҡала округы ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаров, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Салауат Сәғитов, Castorama гипермаркеты һәм «Куинн Груп» компанияһы етәкселеге ҡатнашты.

Өфөләге гипермаркет директоры Илдар Хисмәтуллин магазиндың сауҙа майҙандары буйлап таныштырыу экскурсияһы үткәрҙе, унан һуң сара ҡунаҡтары теләгән тауарҙарын һатып ала алды.

Әйтергә кәрәк, Castorama гипермаркеттары Европала киң билдәле. Улар юғары сифатлы продукцияның киң ассортименты, юғары булмаған хаҡтары һәм профессиональ кәңәштәр принцибына нигеҙләнгән уңайлы хеҙмәтләндереү системаһы арҡаһында халыҡ араһында ҙур популярлыҡ алған. Бөгөнгө көндә Castorama — Франция, Польша һәм Рәсәйҙә урынлашҡан 180 самаһы гипермаркет ул. Өфөлә гипермаркет төҙөлөш 2007 башланды, Ирландияның «Куинн Груп» инвестицион компанияһы инвестор булараҡ сығыш яһаны, тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт –аналитика бүлеге.