11 декабрь, Йәкшәмбе

06 сентябрь 2010 йыл, 9:01

VII башҡорт балы күргәҙмәһендә 277 умартасы ҡатнашты

автор: Сергей Захаров | фото: Өфөнөң Совет районы хакимиәте

VII «Баллы Башҡортостан» махсус күргәҙмә-йәрминкәһенә йомғаҡ яһалды. Унда республиканың 43 районынан 277 умартасы ҡатнашты.

Йәрминкәлә 60 тонна тәбиғи бал күргәҙмәгә ҡуйылды һәм һатылды.

«Умартасылыҡ продукцияһының юғары сифаты һәм уның киң ассортименты өсөн» номинацияһында Белорет районынан Сергей Тихонов еңеүсе тип табылды.

«Шәхси сауҙа нөктәһен яҡшы биҙәгәне һәм продукцияны матур тәҡдим иткәне өсөн» номинацияһында Учалы районынан А.Хәзетдинова иң яҡшыһы исемен алды.

«Баллы Башҡортостан»  йәрминкәһендә ҡатнашыусы районды иң яҡшы тәҡдим иткәне өсөн» номинацияһында беренсе урынды Нуриман районы яуланы. Уға диплом һәм почетлы кубок тапшырылды.

Конкурс шарттары буйынса, кубок күсеп йөрөй һәм киләһе йыл уның менән сираттағы район-еңеүсе бүләкләнәсәк.

темалар: күргәҙмәләр