9 декабрь, Йома

06 сентябрь 2010 йыл, 9:11

Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 150 сабый донъяға килгән

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, йыл башынан алып республикала 847 ВИЧ-инфекциялы теркәлгән. Шуларҙан 472-һе ир-егет, 375-е – ҡатын-ҡыҙ.

СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгендә 223 ауырлы ҡатын иҫәптә тора. ВИЧ менән зарарланған ҡатындарҙан 150 бала тыуған. Инфекциянан 153 кеше үлгән.

3 сентябргә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, лаборатор ысул менән СПИД менән сирләгән 10278 кеше асыҡланған. Шуларҙың 1679-ы вафат булған.

Ағымдағы йылда был ауырыу республика буйынса йөҙ мең кешегә 20,28 тәшкил иткән. Уҙған йылдағы осор менән сағыштырғанда был биш процентҡа күберәк.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау