6 декабрь, Шишәмбе

03 сентябрь 2010 йыл, 17:32

Башҡортостан Президенты Элемтә министрлығына Благоварҙағы баҫыу цехының яҙмышын хәл итергә ҡушасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына «Белая река» нәшриәтенең Благовар ауылындағы нәшер итеү цехының яҙмышын хәл итергә ҡушасаҡ.  

2008 йылда нигеҙләнгән цех Германияла етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм полиграфия продукцияһының киң спектрын сығара. Әммә был дәүләт унитар предприятиеһы дәүләт заказдары булмауынан яфалана һәм шәхси заказдарҙы үтәү иҫәбенә көн күрергә мәжбүр.  

Был баҫыу цехына визиты барышында Рөстәм Хәмитов бында килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙың һәйбәттәрҙән булмауын билдәләне һәм, республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы хәлдәрҙең айышына төшөнөп, предприятиеға ярҙам итергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.