Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

«Благовар» тоҡомло ҡошсолоҡ заводы нигеҙендә эре агрокомплекс барлыҡҡа килеүе ихтимал

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Благовар» тоҡомло ҡошсолоҡ заводына визиты барышында уның нигеҙендә эре агросәнәғәт комплексы ойошторорға тәҡдим итте.

Бөгөн был предприятиела һыу ҡошо (өйрәк, ҡаҙ) себештәре үрсетелә. Йомортҡа һәм ит сифатында ҡошсолоҡ заводы продукцияһы бер Башҡортостан территорияһында ғына түгел, республиканан ситтә лә һатыла. Предприятие шулай уҡ ҡошсолоҡ буйынса Рәсәй Федерацияһы Ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағында һыу ҡоштарын үрсетеү һәм һаҡлау буйынса селекция үҙәге лә иҫәпләнә. Бында 20 төрҙән ашыу өйрәк үрсетелә.

Бынан тыш, предприятие һыйыр малы менән дә шөғөлләнә, бөгөнгө көндә 1700 баш малдары бар.

Рөстәм Хәмитов предприятие етәкселеге менән әңгәмә барышында элеватор төҙөргә тәҡдим итте, ул предприятиеға эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтергә һәм яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк.  

Дөйөм алғанда ҡошсолоҡ заводында әле 562 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡының кимәле бында 11,2 мең һум тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть