8 декабрь, Кесе йома

03 сентябрь 2010 йыл, 16:47

Рөстәм Хәмитов БР Ауыл хужалығы министрлығына Благовар районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы цехын төҙөп бөтөр өсөн инвесторҙар табырға ҡушты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Ауыл хужалығы министрлығына Благовар районындағы һыу ҡоштарын һуйыу һәм итен эшкәртеү буйынса цехтың төҙөлөшөн тамамлар өсөн инвесторҙар табырға ҡушты.  

Был төҙөлөштө тамамлар өсөн яҡынса 1,5 миллиард һум һәм 20 ай ваҡыт талап ителә. Тәүҙә цехты бюджет аҡсаларына төҙөү планлаштырыла, әммә улар ғына етмәй. Сафҡа индерелгәндән һуң бында йылына ике миллиондан ашыу өйрәк һәм ҡаҙ һуйыласаҡ, тип күҙаллана. Предприятиеның төп продукцияһы туңдырылған һәм һыуытылған ҡош ите, шулай уҡ әҙер продукттар – ҡыҙҙырылған һәм ыҫланған ҡаҙ һәм өйрәк ите буласаҡ.  Бында йылына 4400 тонна ит продукцияһы, 1000 тонна субпродукттар һәм 110 тонна мамыҡ-ҡаурый сығарыласаҡ.

Средстволар һуйыу һәм ит эшкәртеү цехы төҙөлөшөнән тыш, ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводына ла кәрәк, уны ла ошо уҡ проект сиктәрендә төҙөү планлаштырыла. Уны ғәмәлгә ашырыуға һалынған инвестициялар һигеҙ йыл дауамында хаҡын ҡайтарасаҡ, тип көтөлә.