4 декабрь, Йәкшәмбе

03 сентябрь 2010 йыл, 16:28

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов янғындарҙы һүндереү техникаһының резерв фондын булдырырға тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов янғын һүндереү техникаһының резерв фондын ойошторорға тәҡдим итте. Ул был турала Благовар районы буйынса эш сәфәре барышында Узыбаш ауылы янында барған урман ҡырҡыусылар конкурсын ҡарағанда әйтте.

Был — сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнеүсе Урман хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан йыл һайын үткәрелеп килгән республиканың урман хужалығы системаһындағы традицион сара.

Конкурста БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы һигеҙ предприятиеның хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында «Дыуан урманы», «Борай урманы», «Өфө урманы», «Туймазы урманы» һәм башҡалар предприятиелар бар. Профессиональ урман ҡырҡыусылар конкурсы хәүефһеҙлек, етештереүсәнлек һәм эш сифатын иҫәптә тотоп үткәрелгән ағас ҡырҡыусыларҙың оҫталығына үҙенә күрә аттестация булып тора. Конкурстың девизы ла бит «Оҫталыҡ һәм хәүефһеҙлек» тип алынған. Диләнкәләрҙә урман ҡырҡыу операцияһы имгәнеү хәүефе ҙур булған эштәрҙән иҫәпләнә. Статистика буйынса, 80 процентҡа яҡын бәхетһеҙлек осрағы ағас ҡырҡҡанда була. Әлеге конкурс хеҙмәттең профессиональ һәм хәүефһеҙ алымдарын эшләп табыу, шулай уҡ алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, квалификация һәм эшселәрҙең оҫталығын күтәреү, урман ҡырҡыусылар абруйын арттырыу һәм иң яҡшыларын асыҡлау маҡсатында үткәрелә.

Конкурста ҡатнашыусылар республика башлығына үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Ике кешенән торған «Борай урманы» командаһы ике минут та 17 секундта биш ағасты йыҡты. Был бик һәйбәт һөҙөмтә иҫәпләнә. Рөстәм Хәмитов урман ҡырҡыуслырарҙың техника өлгөләре һәм ҡорамалдары – башлыса Швецияла етештерелгән бысҡы һәм балталар менән танышты, хатта уларҙы эшләтеп, эш барышында һынап ҡараны.