6 декабрь, Шишәмбе

03 сентябрь 2010 йыл, 16:02

Башҡортостан райондары коммуналь техника алды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан райондарына техника тапшырылды. Республиканың туғыҙ муниципаль районына «Тверь экскаваторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән алынған туғыҙ техника берәмеге бирелде. Килешеү суммаһы 25,4 миллион һум тәшкил итте.

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылда төбәккә дөйөм алғанда 71,5 миллион һум суммаға йәмғеһе 41 коммуналь техника берәмеген ҡайтарыу планлаштырыла. Бөгөн республика райондарына экскаваторҙарҙың беренсе партияһы оҙатылды.

Техник паспорттар тапшырыу тантанаһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин, «Тверь экскаваторы» предприятиеһынан һәм район хакимиәттәренән вәкилдәр ҡатнашты.