9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2010 йыл, 15:12

Сибайҙың 55 йыллығына арналған виртуаль күргәҙмә асылды

автор: Марина Шумилова

Быйыл Сибай үҙенең 55 йыллығын билдәләй. Был датаға ҡала округы хакимиәтенең архив һәм мәғлүмәт-аналитика бүлектәре «Сибай: документтар һәм фотоһүрәттәрҙәге тарих» күргәҙмәһен әҙерләгән. Улар ҡала архивында һаҡланған уникаль фотографияларҙы ҡарарға, үткән йылдарҙың ғәжәйеп мөхитенә сумырға мөмкинлек бирә. Күргәҙмәне ҡарар өсөн ҡала округының www.sibay-rb.ru рәсми сайтындағы төп менюла “Сибай: документтар һәм фототоһүрәттәрҙәге тарих» һылтанмаһына баҫырға кәрәк.  

Бөгөнгө көндә дүрт бүлектән торған күргәҙмәлә 200 самаһы экспонат урынлаштырылған. “Сибай һәм сибайлылар" бүлегендә ҡала тарихын иллюстрациялаған ҡала урамдарының, иҫтәлекле урындар һәм ваҡиғаларҙың, документтарҙың фотографияларын күрергә мөмкин. "Эшселәр ҡалаһы" бүлегендә ҡала предприятелары – баҡыр-көкөрт комбинаты, нефть базаһы, АТП, типография һәм башҡалар хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эше күрһәтелгән.  “Ҡала нисек төҙөлгән" бүлеге иһә Сибай ҡалаһының төҙөлөшө һәм төҙөкләндерелеүенә бағышланған. Бында төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү пландары, ҡала халҡының социаль йөкләмәләре, төҙөлөш барған биналарҙың фотоһүрәттәре урынлаштырылған.  Йәнә бер бүлек  — "Ижад ҡалаһы" мәғариф, мәҙәниәт, спорт кеүек социаль өлкә үҫешен сағылдырыусы документтар һәм фотографияларҙан тора. “Сибай ҡунаҡтары” тип исемләнгән бишенсе бүлек тә әҙерләнә. Бында ҡалала булып киткән билдәле кешеләрҙең фотолары урын аласаҡ. Күргәҙмәне ойоштороусылар,  бында килтерелгән фотоһүрәттәр һәм документтар сибайлыларҙы ҡыҙыҡһындырыр, ҡала тарихы хаҡында күберәк белергә ярҙам итер, тип ышана.