7 декабрь, Шаршамбы

03 сентябрь 2010 йыл, 14:00

Күмертауҙа уҡыуҙы тамамлаған йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу юғары кимәлдә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандағы район һәм ҡалаларҙың мәшғүллек үҙәктәре сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Ыңғай өлгөләрҙең береһе – Күмертау. Көн элгәре булып үткән БР Хөкүмәтендәге халыҡты эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү координацион комитетының ултырышында Күмертауҙың Мәшғүллек үҙәге директоры Нина Александрова, 31 авгусҡа ҡарата ҡала предприятиелары менән стажерҙарҙы ҡабул итеү тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән, тип белдерҙе. Был эште дауам итеү планлаштырыла.  Стажировка дүрт ай ярым ваҡытты ала.  

1 сентябргә ҡарата Күмертауҙа йәмғеһе 591 эшһеҙ иҫәпләнә, — тип билдәләне Нина Александрова. – Ағымдағы йылда беҙгә уҡыуын тамамлаған 145 кеше мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 120-һе эшкә урынлаштырылды. Белгестәрҙең күбеһе Күмертау авиация производство предприятиеһында эш тапты.  Шулай уҡ алты кеше  быйыл ҡайтанан әҙерлек үтеүгә йүнәлтелде.    

Стажировка темаһын ултырышта  «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Жаринов дауам итте.

— Былтыр беҙ 19 сығарылыш уҡыусыһын стажировкаға ҡабул иткәйнек, быйыл – берәүгә күберәк булды, — тине ул. – Башлыса инженерҙар һәм технологтарҙы алабыҙ.

Завод етәксеһе йәш белгестәр менән эшләүҙәге бер нисә проблеманы билдәләне. Йыш ҡына практика армияға саҡырылыуҙары арҡаһында туҡтатыла: 2009 йылда бер нисә кешегә ошо сәбәпле практикаһын өҙөргә тура килгән. Бынан тыш, бөтә йәштәр ҙә билдәләнгән ваҡытта заманса станоктарҙа эшләүҙе үҙләштерә алмай.  Владимир Жаринов фекеренсә, стажировка ваҡыты алты айҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.