4 декабрь, Йәкшәмбе

03 сентябрь 2010 йыл, 12:37

Иртәгә 19-сы балалар спорт мәктәбе файҙаһына - хәйриә концерты

автор: Ольга Мортазина

Шәмбе, 4 сентябрҙә, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында яңы уҡыу йылы башланыуға арналған «Һаумы, студент!» хәйриә акцияһы үтәсәк. Концертта популяр йәш йырсылар — Диана Ишниязова, Юлиә Талхина, Рөстәм Ғиззәтуллин, Фәрүәз Урманшин ҡатнаша. «Маскарад» студияһы театрлаштырылған тамаша күрһәтәсәк.

Билеттар һатыуҙан алынған аҡса 19-сы балалар спорт мәктәбенә хәйриә ярҙамы буласаҡ. Теләге булғандар хәйриә иғәнәләре лә тапшыра ала. Концерт 18 сәғәттә башлана. Сараның бағыусыһы булып «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.

темалар: анонс