03 сентябрь 2010 йыл, 10:35
Өфө һәм Стәрлетамаҡта Бесландағы теракт ҡорбандары иҫтәлегенә акция үтә
автор: Эльмира Сабирова
3 сентябрҙә, Бесландағы теракт ваҡытында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөндә, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта «Аҡ таҫма таҡ» акцияһы үтә. Уны «Дорожное радио» менән берлектә Рәсәй Йәштәр Союзының республикалағы ойошмаһы Башҡортостан Демократик йәштәр союзы ойоштора.
Акцияның маҡсаты – Бесланда һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2004 йылдың 1 сентябрендә Бесланда террористар мәктәпте баҫып ала. Өс көндән ашыу уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар енәйәтселәр менән бикләп тотола. Трагедия 300-ҙән ашыу кешенең, шул иҫәптән 186 баланың ғүмерен өҙә, 500-ҙән ашыу кеше яралана.
— Башҡортостан демократик йәштәр союзы менән «Дорожное радио» акцияға ҡушылып, ҡала урамдарында активистарыбыҙ таратҡан аҡ таҫмаларҙың береһен беләккә тағып, Бесланда һәләк булғандарға, зыян күреүселәргә теләктәшлегегеҙҙе белдерергә саҡыра, — ти йәштәр ойошмаһының матбуғат секретары Антонина Уланова.


