Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

БР буйынса Росреестр идаралығы балалар йортона ярҙам күрһәтте

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығы вәкилдәре Өфөнөң 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен Белем көнө менән ҡотланы. Торлаҡҡа, торлаҡ булмаған объекттарға һәм ер участкаларына хоҡуҡтарҙы теркәү бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлия Гришина ведомствоның коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлеге барышында йыйылған аҡсаларҙы балалар йорто директоры Дамир Фәйзуллинға бирҙе.    

– Коммерция ойошмаһы булһынмы ул, дәүләттекеме — беҙ бөтә төр ойошмаларҙың да ярҙамына шатбыҙ, – тине Дамир Фәйзуллин. – Үкенескә күрә, быйыл беҙгә бюджет финанслауы ҡыҫҡартылды. Шуға күрә БР буйынса Росреестр Идаралығының ярҙамы бик урынлы буласаҡ, тәү сиратта сығарылыш кластарында уҡыған егеттәребеҙ өсөн, улар беҙҙә ун биш кеше.  

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар йортона аҡса тапшырыу тураһында ҡарар Идаралыҡтың коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса эш төркөмөнөң ултырышында ҡабул ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть