9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2010 йыл, 11:02

Муродулло Амриллаев – Европа вице-чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Польшала тамамланған халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионатында Стәрлетамаҡ спортсыһы Муродулло Амриллаев «көмөш» миҙал яуланы.

Сираттағы чемпион титулын икенсе рәсәйле – Питерҙан гроссмейстер Александр Георгиев алды.

Өсөнсө урын Голландияның йәш спортсыһы Пим Мерста.

Амриллаев 12 мәрәй йыйған алты спортсы араһында иң яҡшыһы тип табылды.

Лидер Георгиевтың активында иһә 13 балл.