03 сентябрь 2010 йыл, 10:19
Ураҙа байрамы 9 сентябргә тура килә
автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 8 октябрендәге 1082-р һанлы бойороғона ярашлы, Ураҙа байрамы 9 сентябрь 2010 йылда байрам көнө тип иғлан ителгән.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 95-се статьяһына ярашлы, байрам көнө алдынан килгән эш көнө йәки эш сменаһында, йәғни 2010 йылдың 8 сентябрендә, эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Йома 2010 йылдың 10 сентябре эш көнө булып тора.



