Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала вакансиялар артыуы теркәлгән

Иҡтисад

Башҡортостанда вакансиялар банкы тулылана башлаған. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге халыҡты эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса координацион комитет ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов хәбәр итте. 31 авгусҡа ҡарата йыл башы менән сағыштырғанда вакансиялар иҫәбе 2,3 тапҡырға артҡан һәм 28,8 мең тәшкил иткән. Көсөргәнешлек коэффициенты хеҙмәт баҙарында 3,6-нан 1,3-кә тиклем кәмегән.

— Төбәктә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 34,5 мең кеше тәшкил итте, эшһеҙлек кимәле – 1,7%, — тине вице-премьер. — Волга буйы федераль округын буйынса 24 авгусҡа ҡарата теркәлгән эшһеҙлек кимәленең дәүмәле 1,3-тән алып 2,6 процентҡа тиклем үҙгәрә. Уның 14 төбәгенең етеһендә эшһеҙлек кимәле Башҡортостанға ҡарағанда юғарыраҡ.    

Ағымдағы йылда Республика халыҡты эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын ғәмәлгә ашырыуға 613 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан – 39 миллион һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть