6 декабрь, Шишәмбе

03 сентябрь 2010 йыл, 9:02

Өфөлә хоккей буйынса Башҡортостан Президенты Кубогын асыу тантанаһы үтте

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Өфөлә шайбалы хоккей буйына Башҡортостан Президенты Кубогын асыу тантанаһы үтте.

Тантана башланыр алдынан «Өфө-Арена»ның алдында тамашасыларға бейеү коллективтары һәм йырсылар ҡатнашлығында концерт-күңел асыу программаһы тәҡдим ителде, ә “Салауат Юлаев”тың иң иң тоғро фанаттары өсөн сувенирҙар уйнатылды.

Артабан аренанан тере тауышҡа «Юлаев» клубының «Минең мәңгелеккә йәшел йөрәгем» («Мое навеки зеленое сердце») тип аталған яңы гимны башҡарылды.

Тантананы сағыу лазерлы тамаша ла биҙәне.

Халыҡҡа турнирҙа ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға адресланған республика Президентының тәбрикләүе уҡып ишеттерелде.  

Рөстәм Хәмитов үҙе лә «Салауат Юлаев»тың турнирҙағы беренсе матчын ҡарарға килде һәм юлаевсыларҙың Ханты-Мансиҙан “Югра” менән алышының дүртенсе минутында уҡ беренсе шайбаның шаһиты булды. Зонаға уҡтай килеп инеүе һәм Михаил Бирюков ҡапҡаһының үрҙәге мөйөшөнә ҡулы ярҙамында ғына шайба ырғытыуы менән Өфөнөң яңы уйынсыһы Якуб Клепиш тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.

Хоккейсының оҫталығына матчты ҡарарға килгән абруйлы ҡунаҡ – Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты, легендар ҡапҡасы Владислав Третьяк та ҡул сапты.